+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2018, 12:54

Декабрь аҙағында алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә - быйылғы йылдың һуңғы эш аҙнаһы алты көн дауам итәсәк. Рәсәй халҡы дүшәмбе, 24 декабрҙән алып шәмбе, 29 декабргә тиклем эшләйәсәк.
29 декабрҙән ял көнө дүшәмбегә, 31 декабргә күсерелә.Яңы йыл каникулдары ун көнгә һуҙыласаҡ. Киләһе йылда эш көнө туғыҙынсы ғинуарҙа башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә киләһе йылға ял көндәрен күсереү раҫланғайны. Бишенсе ғинуар, шәмбе көнө, икенсе майға, кесе йомаға күсә. Шулай уҡ, йәкшәмбе, алтынсы ғинуар өсөн, Рәсәй халҡы өсөнсө майҙа, йома ла, ял итәсәк. Шулай итеп, рәсәйлеләр 1 - 5 май һәм 9 -12 май ял итәсәк.
Читайте нас: