+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2018, 14:13

Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы

Бөгөн, 3 декабрь, Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында социаль селтәрҙәрҙә үткән мониторинг һөҙөмтәләрен ҡаранылар, үҙ нәүбәтендә, улар халыҡтан килгән һорауҙарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеүҙе тиҙләтә. Системаның эше тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов һөйләне.
Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, «Инцидент» системаһы 38 мең сигнал ҡабул иткән. 25 меңен урындарҙа хәл иткәндәр, 13 меңе Өфөгә килеп еткән. Иң күп сигналдар баш ҡаланан, икенсе урында Иглин районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы, өсөнсө урында Өфө районы теркәлгән. Ялыуҙар буйынса лидерҙар рәтенә Иглин, Баймаҡ һәм Ғафури райондары инә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район башлыҡтарын, йәш арауығына ҡарамай, социаль селтәрҙәрҙе әүҙем ҡулланырға ҡушты.
Читайте нас: