+5 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2018, 08:58

"Биғылый" спектакленең премьераһы

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының яҙмышы хаҡында спектакль ҡуйылды
Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт театрында Спартак Ильясовтың романы, Гүзәл Ғәлиеваның инсценировкаһы буйынса ҡуйылған «Биғылый» спектакленең премьераһы үтте. Ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осорҙа булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Трагик яҙмышлы һалдат Биктимер Йомағолов тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, үҙенә һәм тыуған иленә тоғро булып ҡала.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Әбушахманов, художнигы – Геннадий Скоморохов (Мәскәү ҡалаһы), композиторы – Илшат Яхин.
Читайте нас