+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2018, 15:04

Башҡорт рухлы “Оҙон көй” бәйгеһе

Башҡорт рухлы “Оҙон көй” бәйгеһе гөрләп үтте

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте көсө менән ойошторолған “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсы үтте.
Бәйгегә республиканың һигеҙ ҡалаһынан, 21 районынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән 69 һәүәҫкәр йырсы йыйылды. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Балтастан - һигеҙ йәшлек Амалия Ғәйнәхмәтова, ә иң олоһо - Бөрйән районынан 81 йәшлек Дәүләтбай Рәхмә­туллин булды.
Абруйлы баһалама ағзалары – Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Азамат Тимеров, Латина ҡалаһындағы (Италия) консерваторияның йыр кафедраһы профессоры Суфия Мөхәмәтова-Бадиали, билдәле музыка белгесе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, Туймазы ҡалаһын­дағы Балалар музыка мәктәбе директоры Рәмзин Әбсәләмов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова етәкселегендә эшләне.
Быйылғы “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры бәйгеһендә Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов төп еңеүсе булып, гран-при яуланы. Әлфиә Мырҙа­баева (Ейәнсура районы), Морат Заһиров (Туймазы), Фуат Юнысбаев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) I дәрәжә диплом лауреаттары тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар.
Читайте нас: