-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2017, 17:15

Яңы йыл менән!

Ниһайәт, мөғжизәле миҙгелгә аяҡ баҫтыҡ. Нисекүтте һуң быйылғы йыл? Кемгә ниндәй хәл-ваҡиғалары менән иҫтәлекле булды икән? Әкиләһе йылға ниндәй өмөттәр бағлайбыҙ? "Тамаша" журналы ошо һорауҙарменән дуҫтарға мөрәжәғәт итә.

Ниһайәт, мөғжизәле миҙгелгә аяҡ баҫтыҡ. Нисек үтте һуң быйылғы йыл? Кемгә ниндәй хәл-ваҡиғалары менән иҫтәлекле булды икән? Ә киләһе йылға ниндәй өмөттәр бағлайбыҙ? "Тамаша" журналы ошо һорауҙар менән дуҫтарға мөрәжәғәт итә.
Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы Аралбаева:
– 2017 йыл минең өсөн иң иҫтә ҡалған йылдарҙың береһе булды. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан хөкүмәте премияһына лайыҡ булыуым – 17 йыл мәҙәниәт өлкәһендә, шул иҫәптән 15 йыл журналистикала эшләүемдең һөҙөмтәһе тип ҡабул иттем. Үткән йылда «Башинформ»да1500 ашыу яңылыҡ яҙғанмын, шулай уҡ «Электрогазета»ла, «Башҡортостан» гәзитендә, Ҡазандың «Реальное время» порталында мәҡәләләрем баҫылды. Улар араһында – республика башлығы Рөстәм Хәмитов, яҙыусы Гүзәл Яхина, Екатеринбург опера театры директоры Андрей Шишкин менән интервьюларым, яңы башҡорт фильмдарына, сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙға, халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәргә арналған мәҡәләләрем баҫылды.
2017 йыл сәйәхәттәргә бай булды. Өс тапҡыр Ҡаҙағстанға барып ҡайттым – мартта Төркөстанда Нәүрүз байрамында ҡунаҡ булдым, май айында Шымкентта медиафорумда ҡатнаштым, сентябрҙә тарихи экспедиция ағзаһы булыу бәхете тейҙе. Йәй көндәрендә Төркиәлә ял иткәндә үҙем өсөн иҫ киткес тәбиғәтле, боронғо Ғәзипаша, Анамур ҡалаларын астым. Һәм тәүге тапҡыр Мәскәүҙә үткән Рәсәй журналистарының ХII съезы делегаты булдым.
2017 йылда ике тапҡыр модель булараҡ подиумға сығырға ла тура килде. Тәүгеһендә – заманса түшелдеректәр менән биҙәлгән башҡорт милли кейемен күрһәттек, икенсеһе – Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ине, унда 8 йәшлек ҡыҙым Гөлфиә менән ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ 2017 йылда үҙемдең хобби – шиғыр яҙыуҙы дауам иттем.
Әлбиттә, 2018 йылға иң яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫам. Әммә пландарымды алдан һөйләргә яратмайым. Иң мөһиме – илебеҙ имен, тыныс булһын, яратҡан Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, телебеҙ үҫеше өсөн беҙ тырышып эшләрбеҙ.
«Тамаша» журналын уҡыусыларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, иң изге теләктәр еткергем килә. Өйҙәрегеҙ йылы, ғаиләләрегеҙ бөтөн, күңелдәрегеҙ шат булһын. Һаулыҡ, саф мөхәббәт, ҙур маҡсаттар һәм ҙур уңыштар теләйем! Сәнғәт, мәҙәниәт донъяһынан айырылмағыҙ, премьералар, концерттар, тамашаларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры актеры Артур Зиннур улы Кәбиров:
– 2017 йыл ижадта ла, шәхси тормошомда ла ҡыуаныслы мәлдәргә бай булды. Йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның "Ҡырағай" фильмында төп ролде уйнау бәхете тейҙе. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуым, кәләшем Лилиә менән ғаилә ҡороуыбыҙға 10 йыл тулыуы – үҙе ҙур шатлыҡ та, мәртәбә лә.
Киләһе йылға пландар әлегә сер булып ҡалһын. Бөтәһен дә әйтеп бирһәң ҡыҙыҡ түгел бит. Ә журнал уҡыусыларына "Һаулыҡ-ҙур байлыҡ" тигән кеүек, сәләмәтлек теләйем, уңыштар һәм ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры актрисаһы Лилиә Минниәхмәт ҡыҙы Ғәлина:
– 2017 йылдың иң оло һәм иҫтәлекле ваҡиғаһы ул – атай һәм әсәй бәхетенә эйә булыуыбыҙ. Йәмле йәйҙең бер көнөндә, 13 июлдә улыбыҙ Бәхтейәр тыуҙы. "Туғанлыҡ" фестивале йомғаҡтары буйынса "Ҡатын-ҡыҙ ролен иң оҫта башҡарыусы актриса" исеменә лайыҡ булыуым яратҡан эшемә баһа булды.
Яңы 2018 йыл беҙҙе генә түгел, ә барлыҡ тыуғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы коллегаларыбыҙҙы ҡыуандырыр, тип өмөтләнәбеҙ.
"Тамаша" журналы уҡыусыларына,уңыштар,яңынан-яңы асыштар,матур,иҫтәлекле миҙгелдәр теләйем.
Кинорежиссер Айнур Асҡаров:
2017 йыл тулы метражлы беренсе башҡорт киноһы «Өфөнән һөйөү менән» төшөрҙөк һәм ул Рәсәй кимәлендә киң прокатҡа сығарылды. Тулҡынландырғыс та, бәхетле лә булды йыл. Премьера, төрлө тамашасылар менән осрашыуҙар, Рәсәйҙең ҡалалары буйлап күрһәтеүҙәр – әйтеп аңлатҡыһыҙ дәрт бирә.
Тағы ла мин үҙемде продюсерлыҡта һынап ҡарау теләге менән Н.С. Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһына уҡырға индем. Бында алған белемем һөнәрем өсөн, киләсәктә фильм төшөрөүҙө дөрөҫ ойоштороу өсөн бик кәрәкле.
Киләһе йыл да ошолай дәртле, емешле булыр, тип өмөтләнәм. Әлеге ваҡытта «Буран» тип аталған тағы бер тулы метражлы фильм әҙерләйбеҙ һәм мин унда режиссер, продюсер булараҡ ҡатнашам. 2018 йылда уны төшөрә башларбыҙ, тип күҙаллайым.
Журнал уҡыусыларына яңы йыл быйылғыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ, уңышлыраҡ булыуын теләйем. Алға ҡуйылған маҡсаттар тормошҡа ашһын! Яңы йыл менән!
Читайте нас: