-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2017, 11:47

Юлдаш халыҡ театры ҡояштары

«Көлөү ҡояшҡа тиң», – тигән бөйөк Гюго. Йәнебеҙгә, тәнебеҙгә ҡояштың файҙаһы ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булһа, көлөүҙең кәрәклеге тураһында беҙ уйламайбыҙ ҙа хатта. Көлә, ҡыуана белеү ғүмер оҙонлоғона ла тәьҫир итә икән. Беҙ ихлас, шарҡылдап көлгән саҡта төрлө ауырыу тыуҙырыусы вирустарҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, тиҙәр. Ә инде ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуынса, көнөнә 17 минут көлөү ғүмерҙе бер йылға оҙайта.

«Көлөү ҡояшҡа тиң», – тигән бөйөк Гюго. Йәнебеҙгә, тәнебеҙгә ҡояштың файҙаһы ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булһа, көлөүҙең кәрәклеге тураһында беҙ уйламайбыҙ ҙа хатта. Көлә, ҡыуана белеү ғүмер оҙонлоғона ла тәьҫир итә икән. Беҙ ихлас, шарҡылдап көлгән саҡта төрлө ауырыу тыуҙырыусы вирустарҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, тиҙәр. Ә инде ғалимдарҙың иҫәпләп сығарыуынса, көнөнә 17 минут көлөү ғүмерҙе бер йылға оҙайта.
Көлөүҙең ошо алыштырғыһыҙ файҙаһын дәлилләп, Белорет районының Сосновка ауылына ҡунаҡҡа килгән Учалы районының Юлдаш ауылы халыҡ театры артистары ижад кисәмде башлап ебәрҙеләр.
Юлдаш ауылы мәҙәниәт йорто директоры, халыҡ театры әҙәби етәксеһе Нәғим Аллаяровтың ҙур булмаған коллективы «Эт бәләһе» комедиямды күрһәтеп тамашасы күңелен яуланы.
Төп ролдәрҙе башҡарыусы Нәғим Аллаяров менән Рәүзәнә Хәлиуллиналарҙың сығышы залдағы бер кешене лә битараф ҡалдырмағандыр. Халыҡ ихлас ҡул сабып көлдө, көсөргәнешле мәлдәрҙә борсолдо, уйланды. Тамашасыны ҡыуандыра, уйландыра алғас, артистарҙың тырышлығы бушҡа булманы тип әйтә алам.
Төп сәхнә геройҙарының күршеһе Мәрйәмде Илтабан ауылынан хаҡлы ялдағы Клара Грибанова еренә еткереп, ышаныслы итеп уйнаны. Юлдаш мәҙәниәт йортоноң рәссам-ҡуйыусыһы Самат Ғатауллин менән Учалы ҡалаһынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ильвира Буҙыҡаеваның һәм Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто директоры Луиза Вәлишинаның да спектаклдәге сығыштары ҙур баһаға лайыҡ.
Бер ауыл советына ҡараған Юлдаш, Ҡунаҡбай, Илтабан ауылдарында бик талантлы үҙешмәкәр артистар, сәхнә оҫталары йәшәүенә инандым. Юлдаш ауылы халыҡ театры киләһе йылдың март айында үҙенең юғары дәрәжәһен яҡларға йыйынһа, Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто директоры Луиза Вәлишина, бынан ярты йыл элек кенә ошо вазифала эш башлап, «Ҡыҙылташ» ололар һәм «Тамсылар» балалар театрҙарын ойоштороп ебәргән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә берәр спектакль ҡуйып та өлгөргәндәр.
Профессиональ театрҙарҙа уйнамаһалар ҙа, үҙ эштәренең оҫтаһы булған, алыҫ саҡрымдарҙы һанамай, ваҡыт юҡлығына һылтанмай рухи аҙыҡ өләшеүсе кешеләр бар саҡта тормош мәшәҡәттәре менән ҡатҡан күңелдәр ҙә йомшара, башҡа төрлө ауырлыҡтар ҙа еңеләйә, онотолоп ҡала. Үрҙә әйтелгәнсә, комедияны ҡарап, ихлас көлөп, һәр кем ғүмеренең ике йылға оҙайғанын һиҙмәй ҙә ҡалғандыр. Юлдаш ауылы халыҡ театры артистары һәр тамашасыны, һалҡын көҙгө көндә йылы ҡояш нурҙарына ҡойондороп, һөйөндөрҙө.
Хөрмәтле артистарға «Тамаша» журналы аша Сосновка ауылы халҡы, кисәгә саҡырылған һәр ҡунаҡ исеменән сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Кисәне ойоштороуҙа транспорт менән ярҙам иткән ижадташ дуҫым Мәүлит ағай Ямалетдиновҡа рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ, яңынан-яңы ижади үрҙәр, ғаилә именлеге теләйем. Спектаклдәрҙә, концерттарҙа, кисәләрҙә генә түгел, ҡәҙимге тормошта ла осрашып торайыҡ, айырылғыһыҙ юлдаш булайыҡ!
Читайте нас: