-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2017, 14:17

Ағинәйҙәр «Тамаша»лы булды

Ғафури районында «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы 2014 йылдың май айында ойошторолдо.

«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эргәһендә эшләп килгән Республика «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ойошманың ҡарары, маҡсаттары һәм бурыстары менән таныштырҙы. «Ағинәйлек – ул дәрәжә түгел, ә рухиәтлек билдәһе» тип, һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы Башҡортостан һәм башҡорт халҡының тарихи үткәнен, фольклорын, мәҙәниәтен һәм рухи донъяһын өйрәнергә, йәштәрҙең интеллектуаль һәм рухи-әхлаҡи, профессиональ һәм карьера үҫешенә булышлыҡ итергә, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙең, пенсионерҙарҙың, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт ветерандарының, инвалидтарҙың социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүгә өлөш индерергә, эскеселек һәм наркоманияға ҡаршы көрәшергә, ауыл тормошон йәнләндереүгә көс һалырға, дәүләт структураларына һәр яҡлап йәмғиәттең әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡларға ярҙам итергә саҡырҙы. Районыбыҙ ауылдарында «Ағинәйҙәр ҡоро»н ойоштороуҙа Ҡоролтай башҡарма комитетының ул ваҡыттағы рәйесе Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиеваның роле ҙур булды. Ошо арауыҡта Сәйетбаба, Имәндәш, Юлыҡ, Родина, Красноусол ауылы ағинәйҙәренең етәкселәре Разифа Ишембәтова, Гөлшат Мәһәҙиева, Суфия Юлыҡова, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Заһиҙуллина үҙҙәрен рухлы ҡатын-ҡыҙҙар, оҫта ойоштороусылар, талантлы һәм абруйлы шәхестәр итеп күрһәтте. 2016 йылда Юлыҡ ағинәйҙәре Өфө ҡалаһында Милли кейемдәр парадында ҡатнашып, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәм Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатын алып ҡайтһа, сәйетбабалар Сибайҙа үткән Мөнәжәт башҡарыусыларҙың IV төбәк-ара конкурсында II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды, быйыл «Байыҡ» республика бейеү конкурсында финалға үттеләр. 2016 йылдың ғинуар айында райондың «Йыл кешеһе» исеменә Родина ауылы ағинәйе Фәүзиә Ҡотлогилдина лайыҡ булды, Юрмаш ағинәйе Суфия Юлбарисова әүҙем тормош позицияһы, Юрмаш ауылын төҙөкләндереү һәм үҫтереүҙә өлөш индергәне өсөн Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, 2017 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған «Милли биҙәк» республика бәйгеһендә Сәйетбаба ауылының 80 йәшлек ағинәйе Зөбәйҙә Һөйөндөкова «Ағинәй» номинацияһында еңеп сыҡты. Ауыл ағинәйҙәре эшмәкәрлеге даими рәүештә «Табын» һәм республика гәзиттәрендә яҡтыртыла. 1 ноябрҙә «Тамаша» журналының баш мөхәррире Сөләймән Йәнғәле улы Латипов менән бүлек мөхәррире Әнисә Фазыл ҡыҙы Аҡбутина районыбыҙҙа булып китте. Ауылдарҙа ағинәйҙәр мул өҫтәл табыны, сағыу ҡул эштәре күргәҙмәләре әҙерләп, өс йыл эсендә башҡарылған эштәре һәм уңыштары тураһында һөйләп баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. 2018 йылдың тәүге һандарында райондаштарыбыҙ, республика халҡы Сәйетбаба, Имәндәш, Юлыҡ, Родина, Красноусол ағинәйҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртҡан махсус материалдарҙы уҡып ҡыуанасаҡ, ә 50-гә яҡын ағинәйҙең «Тамаша» журналына яҙылыуы үҙе бер матур күренеш, ваҡиға булды.
Читайте нас: