+12 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Октября , 16:14

Башҡортостанда “АКТЕР ЙЫРЫ” конкурсы иғлан ителде

Ул Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда “АКТЕР ЙЫРЫ” конкурсы иғлан ителдеБашҡортостанда “АКТЕР ЙЫРЫ” конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда “АКТЕР ЙЫРЫ” конкурсы иғлан ителде

Ижади ярышты Театр эшмәкәрҙәре берлеге ойоштора.

Конкурста дәүләт, муниципаль һәм шәхси театр артистары һәм эшмәкәрҙәре, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттарының театр факультеты студенттары ҡатнаша ала.

Улар Фидан Ғафаров репертуарында булған йырҙы, профессиональ композитор әҫәрен, халыҡ йырын йәки үҙе яҙған йырҙы башҡарырға тейеш.

Заявкалар 26 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс 9 ноябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер йортонда үтә.

Автор:
Читайте нас