

Рита Ришат ҡыҙының күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, башҡорт халҡының сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Бик күп мәҙәни саралар, фестивалдәр, концерттар ойоштороусыһы, "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "7 егет" һ. б. телевизион проекттар авторы булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙе киң тамашасыға еткереп, уның абруйын тағы ла күтәрә.
Илһамығыҙ һүнмәһен, яңы ижади үрҙәр яулау өсөн көс-ҡеүәтегеҙ ташып торһон! Киләсәктә лә халҡыбыҙға хеҙмәт итеп, тағы ла ҙур уңыштарға ирешергә яҙһын!