+5 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Октября , 02:59

Өфөлә ҡурай класы асылды

М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында тантана уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ҡурай класы асылдыӨфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды

Бөгөн Өфөлә М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында «Ҡурай» кабинеты асылды. Тантанала республика етәкселеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, сәнғәт әһелдәре ҡатнашты. Сара республика башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылған Ҡурай көнөнә арналды.

Ҡурай класы менән Ф. Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Замир Мәғәшев етәкселек итә. Уҡыусылар даими рәүештә ҡала сараларында сығыш яһай һәм лицей намыҫын уңышлы яҡлай. Яңы кабинет заманса әсбаптар менән йыһазландырылған: бында ҡурай көйҙәре яҙҙырылған QR-кодтар бар, билдәле ҡурайсыларҙың ижады һәм тормошо тураһында стендтар ҡуйылған, ҡурай тарихы хаҡында бай мәғлүмәт бирелгән.

 Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова:

- Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, республикала Ҡурай көнөн былтыр тәүге тапҡыр билдәләнек. Һәм быйыл баш ҡалала ҡурайҙың махсус кабинеты асылды. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән бындай системалы ҡарарҙар бөтә өлкәләргә, тәү сиратта мәғариф өлкәһенә үтеп инергә тейеш. Баш ҡалабыҙ бөтә республикаға өлгө күрһәтә һәм тәжрибә уртаҡлашырға әҙер, сөнки ысынында был ҙур интеллектуаль хеҙмәт – кабинет әҙерләү, уны тейешенсә йыһазландырыу, кәрәкле мәғлүмәт табыу.  Күренеүенсә, бында ысынлап та туған телен, тыуған республикаһын, илен яратҡан кешене формалаштырыусы мөхит булдырылған.

 Сара сиктәрендә милли мәғарифты үҫтереү буйынса «Өфө мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе үҫтереү ресурсы булараҡ йәмәғәт башланғысы» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре, мәғариф учреждениелары һәм йәмәғәтселәр ҡатнашты. Дөйөм белем биреүҙә ата-әсәләр комиссияларының роле һәм туған телдең милли мөхит булдырыуға нисек ярҙам итеүе тураһында фекер алышыуҙар булды.

Альберт Заһиров фотолары.

Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Өфөлә ҡурай класы асылды
Автор:
Читайте нас