

«Герой» бейеүе документаль фильмы (12+) Мәскәүҙә һәм Сочиҙа Владимир Меньшов исемендәге XXI «Бергә еңдек» халыҡ-ара кинофестивалендә награда яуланы.
Владимир Меньшов исемендәге «Бергә еңдек» халыҡ-ара кинофестивале бар донъяның документалистарын берләштерә, улар өсөн тарихи хәтер һәм хәҡиҡәт эҙләү – ижадтың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Быйыл фестиваль 14-24 сентябрҙә уҙғарыла, унда 40-тан ашыу илдән ҡатнашыусылар йыйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм Сибай концерт-театр берекмәһенең талантлы бейеүсеһе Илнар Хәтмуллинға арналған. Илнар Илдар улы 23 йәшендә махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булған. Өлөшләтә мобилизация башланғансы ул ансамблдең солисы, шулай уҡ репетитор вазифаһын башҡара. Уның ҡатыны һәм кескәй улы ҡалды. Сибайҙағы репетициялар залына һәләк булған артистың исеме бирелде.