+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Сентября , 06:06

Заһир Зәйнетдинов «Ну-ка, все вместе» телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһы

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин) «Ну-ка, все вместе» телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһы булды.

Заһир Зәйнетдинов «Ну-ка, все вместе» телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһыЗаһир Зәйнетдинов «Ну-ка, все вместе» телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһы
Заһир Зәйнетдинов «Ну-ка, все вместе» телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһы

Проекттың тәүге төшөрөүҙәре үткән дә инде, премьера сығарылышы 11 сентябрҙә «Россия» телеканалында күрһәтелде. Заһир Зәйнетдинов эксперттар йөҙлөгө составына инде һәм Сергей Лазарев, Zivert, T-KILLAH кеүек йондоҙҙар менән бергә йәш таланттарҙың сығыштарына баһа бирҙе.«Был минең өсөн ҡыҙыҡлы тәжрибә, ижадымды федераль кимәлдә күреүҙәре һәм билдәләүҙәре тураһында һөйләй. Бындай билдәле артистар һәм эксперттар менән жюриҙа ултырыу — минең өсөн ҙур эш булып тора», — тип уртаҡлашты Заһир Зәйнетдинов.

Автор:
Читайте нас