

HAZINA этно-проекты йәнә халыҡ-ара аренала яңғыраны. Ил халҡы һәм сит ил ҡунаҡтары Ҡаҙағстандың көнсығышында урынлашҡан Катон-Ҡарағайға йыйылды. Бында «Алтай – төрки донъяһының алтын бишеге» халыҡ-ара фестивале үтте.
Программала мәҙәни һәм спорт саралары бар ине, тип һөйләне төркөмдөң етәксеһе Земфира Рәшитова. «Ән Тамыры» гала-концерты төп ваҡиғаға әүерелде. Фестивалдә Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Монголия, Венгрия һәм Рәсәй – Башҡортостан һәм Тыва республикалары артистары ҡатнашты. Димаш Кудайберген концерттың махсус ҡунағы булды. Фестивалгә бик күп ҡунаҡтар, яҡынса 50 мең кеше килде.
Фестивалдең маҡсаты – төрки донъяһы илдәренең мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу, ҡунаҡтарҙы Алтайҙың тарихи мираҫы менән таныштырыу һәм төбәктең туристик ҡеүәтен күрһәтеү. Ойоштороусылар HAZINA төркөмөнөң сағыу һәм үҙенсәлекле сығышын билдәләп үтте. Халыҡ йырҙарын заманса башҡарыу тамашасыларҙа һәм журналистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
2-4 июлдә HAZINA төркөмө Дағстан Республикаһында «Аһәң» кросс-милли музыкаль мәҙәниәт фестивалендә ҡатнашты. Күләмле мәҙәни сара илдең төрлө төбәктәренән ижади коллективтарҙы һәм башҡарыусыларҙы берләштереп, дуҫлыҡ, милли традициялар һәм музыка сәнғәте байрамына әүерелде. Фестиваль Махачкала, Каспийск һәм Кизилюрт ҡалаларында уҙҙы. Сәхнәлә Татарстан Республикаһы, Тыва Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы, Мордовия Республикаһы, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе һәм илдең башҡа төбәктәренән артистар сығыш яһаны.
Ләйлә АРАЛБАЕВА,