Тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә лайыҡлы күрһәткән остаздар республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан рәхмәт хаттары алды:
- Ә.Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Вәсил Баймырҙин.
- Өфө районы Шамонин ауылының «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин.
- Баҡалы районы Н. Асанбаев исемендәге мәҙәниәт һарайының «Уралым» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов.
Бүләкләү тантанаһынан һуң байрамға йыйылыусылар алдында Ханнановтарҙың ғаилә ансамбле сығыш яһаны. Фольклориадала ҡатнашҡан 15 йәшлек Азамат Ханнанов үҙенең музыкаль бүләген тәҡдим итте. Уның башҡарыуында ҡумыҙ моңо яңғыраны.