+15 °С
Облачно

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов «Урал батыр» эпосы көнөнөң киң билдәләнеүе тураһында һөйләне.

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләндеБашҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Ошо көндәрҙә «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы амфитеатрында «Урал батыр: Быуаттар ауазы» тигән тантаналы сара уҙҙы.

Проекттың авторы һәм режиссеры – Сулпан Асҡарова. Солистар һәм коллективтарҙың, шул иҫәптән Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең, Зәйнетдиндең сағыу сығыштары кисәгә йәм бүләк итте. Бөйөк эпос менән илһамланып эшләнгән «Урал батыр» кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтеү программаның ысын биҙәгенә әүерелде. Подиумда коллекция менән «Башҡортостандың этно һылыуҡайы – 2026» республика матурлыҡ һәм талант конкурсы финалсылары, моделдәр таныштырҙы.

«Бында боронғо эпоста данлаған изге урындарҙы күрергә мөмкин, — тип уртаҡлашты Фәнүр Шәйхисламов. — Музейҙа «Урал батыр» эпосын өйрәнеү өсөн яңы тематик класс асҡандар. Түңәрәк өҫтәлдә ғалимдар, рәссамдар һәм фольклорсылар ошо баһалап бөткөһөҙ мираҫты киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышты. Байрам ҙур концерт һәм эпос буйынса театрлаштырылған композиция менән тамамланды».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн «Урал батыр» эпосы көнө булдырылды. 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара.

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде
Автор:
Читайте нас