+15 °С
Облачно

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу

27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Горький исемендәге Мәскәү Художество академия театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашты. Көн тәртибендә – 27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә Ҙур Балалар фестиваленең «ЭХО БДФ» махсус программаһын үткәреү. Актёр сараның хужодество етәксеһе булараҡ сығыш яһай.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыуРәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашыу

Радий Хәбиров Сергей Безруковҡа фестивалде Башҡортостанда уҙғарыу инициативаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Килеүегеҙгә бик шатмын. Бындай проект өсөн рәхмәт – беҙ уны шунда уҡ хупланыҡ. Республикабыҙҙа һеҙҙе ҙур артист булараҡ яраталар, ҡәҙерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр. Ә фестивалдең темаһы бик изге һәм мөһим – ул балаларға һәм уларҙың таланттарына арналған, – тип билдәләне төбәк Башлығы.

Сергей Безруков республика етәкселегенә башланғысты хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «ЭХО БДФ» сараһының Ҙур Балалар фестиваленең дауамы булыуы һәм уның сиктәрендә туғыҙ йыл дауамында балалар өсөн ижади проекттар тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.

– Йыл һайын балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәрҙең иң яҡшыларын йыйып алабыҙ. Бындай иҫ киткес постановкаларҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург тамашасыһы ғына күрергә тейеш түгел. Махсус «ЭХО БДФ» программаһы идеяһы ошонан барлыҡҡа киде лә инде. Ошо йылдар эсендә фестиваль Калининградтан Камчаткаға тиклем күп төбәктәрҙә булды. Һәм, ниһайәт, һеҙҙең гүзәл республикағыҙға килеп етте, – тине Сергей Безруков.

Фестивалдең художество етәксеһе программаның спектаклдәр, кино һәм анимация, шулай уҡ күләмле мәғрифәтселек блогын үҙ эсенә алыуын билдәләне.

– Был ҡеүәтле мәҙәни десант. Спектаклдәрҙән һәм фильмдарҙан тыш, балалар, мәҙәниәт учреждениелары педагогтары һәм белгестәре өсөн белем биреү программалары тәҡдим итәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Безруков.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/rsye-m-bashortostandy-haly-artisy-sergey-bezrukov-menn-osrashyu/

 

Автор:
Читайте нас