Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Төркиәнең Анкара ҡалаһында TRT AVAZ халыҡ-ара телеканалында сығыш яһаны. Анкаранан тура эфирҙы 30-ҙан ашыу ил тамашасыһы ҡараны.
Музыканттар Науруз байрамына һәм телеканалдың 17 йыллығына арналған махсус телевизион концертта ҡатнашты. Был кистә донъяның төрлө мөйөштәренән килгән артистар бер сәхнәлә сығыш яһаны.
«Беҙҙең музыка халыҡ-ара сәхнәлә яңғыраны һәм тамашасыларҙы башҡорт мәҙәниәте, «Урал-батыр» эпосы менән таныштырҙы, — ти артистар. — Концерттан һуң Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән аралашыу форсаты тейҙе. Ул ижадыбыҙҙы юғары баһаланы. Осрашыу йылы мөхиттә ҡурай моңо аҫтында уҙҙы».
Ләйлә Аралбаева
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!