+5 °С
Ясно

“Изобилие. Муллыҡ”

Өфөлә "Китап" магазинының ижади майҙансығында Раушания Бәҙретдинованың “Изобилие. Муллыҡ” күргәҙмәһе асылды. Яңы экспозиция кешенең эске байлығын, уның нәҫеле, традициялары һәм ысын ҡиммәттәре менән бәйләнешен күрһәтеүгә арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Изобилие. Муллыҡ”“Изобилие. Муллыҡ”
“Изобилие. Муллыҡ”

Каринэ Хәбирова күргәҙмәнең тәүге ҡунаҡтарының береһе булды. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты, рәссамдың тамашасы менән төҙөгән үҙенсәлекле диалогын билдәләне:
- Был күргәҙмәнең авторы Раушанияның эштәрен ҡарарға ғына түгел, тойорға ла теләйем. Уларҙа яҡтылыҡ, аҡыл һәм беҙҙең тыуған яҡҡа шул тиклем һөйөү сағыла. Уларға ҡарап “Байлыҡ“ - ул матди нәмә түгел, ул күңел торошо икәнлеген аңлайһың, - тип билдәләне Каринэ Хәбирова.

“Изобилие. Муллыҡ” экспозицияһы яңы яҙылған һәм тамашасыларға оҡшап өлгөргән элекке картиналарҙы үҙендә туплаған. Йорт, ғаилә ҡиммәттәре һәм милли үҙенсәлек тураһында уйланыуҙар – уларҙа төп сюжет һыҙаты. Был Раушания Бәҙретдинова ижадының визит карточкаһы булып тора.

Күргәҙмә 4 апрелгә тиклем дауам итәсәк. "Китап" магазины Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас