-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Февраль , 13:15

Өфө йондоҙҙарына — юғары наградалар!

Яҡташтарыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов һәм режиссер Ләйсән Сәфәрғолова театр сәнғәтенә индергән ҙур өлөштәре өсөн Александр Островскийҙың 200 йыллығына арналған юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.

Өфө йондоҙҙарына — юғары наградалар!
Өфө йондоҙҙарына — юғары наградалар!

Илдар Абдразаҡов Рахманиновтың «Алеко» операһының ҡуйыусы режиссеры булараҡ сығыш яһаны һәм 30 ҡаланы берләштергән Халыҡ-ара музыкаль фестивалгә нигеҙ һалды.

 Ләйсән Сәфәрғолова — Прокофьевтың «Дуэнья» операһының ҡуйыусы режиссеры. Был спектаклдең премьераһы 2026 йылдың 28 һәм 29 мартында Саранск ҡалаһында «Ҙур гастролдәр» программаһы сиктәрендә үтәсәк.

 Белешмә: әлеге миҙал 2024 йылда Рәсәй Президенты Указы менән театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн булдырылған.

Яҡташтарыбыҙҙы юғары награда менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! Афарин! 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Өфө йондоҙҙарына — юғары наградалар!
Өфө йондоҙҙарына — юғары наградалар!
Автор:
Читайте нас