-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Февраль , 15:41

Башҡортостанда "Гризодубова уҡыуҙары " башлана

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында «Гризодубова уҡыуҙары»  проекты старт ала. Сара совет ҡатын-ҡыҙҙарының антифашист комитеты ойошторолоуға 85 йыл тулыуға арналған һәм уның нигеҙ һалыусыһы – Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Валентина Степановна Гризодубова иҫтәлегенә арналған.

Башҡортостанда "Гризодубова уҡыуҙары " башлана
Башҡортостанда "Гризодубова уҡыуҙары " башлана

Гризодубова Валентина Степановна  Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын - ҡыҙҙарҙың береһе (1938), легендар осоусы, Мәскәү- Алыҫ Көнсығыш осошонда ҡатнашыусы. 1941 йылда нацизмға ҡаршы көрәшкә миллионлаған совет ҡатын-ҡыҙҙарының антифашист комитетын етәкләй. .

Сараны ойоштороусы булып  «Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары Союзы» ның Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тора. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Валентина Гризодубова ойошторған комитеттың тарихи хоҡуҡи вариҫы булып тора.
Валентина Гризодубова Ватанға тоғролоҡ һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр символы, ул үҙе батырлыҡ  эшләп кенә ҡалмай, фронт һәм тыл терәге булған меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы ла үҙе артынан эйәртә.  Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исеме, уның яҙмышы һәм батырлығы һәр уҡыусыға, республикала йәшәүсе һәр кешегә билдәле булыуына өлгәшеү мөһим. Был уҡыуҙар - Еңеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар тарихы, уларҙы  таратыу буйынса ҙур эштең башы, - тине Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар Союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Насырова Гүзәл Рәйес ҡыҙы.
«Еңеүҙең ҡатын-ҡыҙ йөҙө» бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар союзы ағзаларының сығыштары тыңланылды.
Йәш уҡыусылар ҡатнашлығында ижади сығыштар, студенттарҙың  Афғанстан аша үткән ҡатын-ҡыҙҙарға арналған  сығышы бик фәһемле булды.  "Гризодубова уҡыуҙары"  республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында үтеүе планлаштырылды.

Башҡортостанда "Гризодубова уҡыуҙары " башлана
Башҡортостанда "Гризодубова уҡыуҙары " башлана
Автор:
Читайте нас