0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраль , 19:05

Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға
Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға

Республика хөкүмәтенә сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлек планын раҫлау бурысы йөкмәтелде. Сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса сығымдар бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана. Указдың үтәлешен Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев контролдә тота.

Автор:
Читайте нас