Былтыр көҙ йырҙы башҡарыу хоҡуғына эйә булған Татарстандағы бер ойошма йырсыны авторлыҡ хоҡуғын боҙоуҙа ғәйепләп, судҡа дәғүә ғаризаһы биргәйне. Ҙур суммала компенсация түләү ҙә талап ителгәйне. «Башинформ» хәбәрсеһе артистың концерт директоры менән бәйләнешкә сыҡты һәм был бәхәстең нимә менән тамамланыуын асыҡланы.
«Үҙ-ара килешеү төҙөнөк. Арбитраж суды уның шарттарын билдәләне», — тип һөйләне «Элвин Грей» лейблы вәкиле.
Элвин Грей «Тыуған яҡ» хиты үҙенең ижадында айырыуса бер урын алып тороуын билдәләне.
«Минең өсөн айырыуса үҙенсәлекле композиция: ике халыҡ яратҡан, тотош донъя буйынса үҙ тыңлаусыларын тапҡан легендар йыр. Һәм мин был хитты үҙемсә башҡара алыуым өсөн бигерәк тә шатмын», — тип уртаҡлашты артист.
Инсаф Хужабиргәнов.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!