-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Декабрь 2025, 20:32

Матур яңылыҡ!

Башҡорт халҡының моңло улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең маһир опера йырсыһы, донъя киңлектәрен яулаған яҡташыбыҙ, Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисыИлдар Абдразаҡов Беренсе каналда «Тауыш» шоуында тәүге тапҡыр остаз буласаҡ.

Матур яңылыҡ!
Матур яңылыҡ!

Беренсе канал «Тауыш» шоуының яңы миҙгеле остаздарын тәҡдим итте. Улар араһында халҡыбыҙҙың моң аһәңлеген танытҡан мәшһүр йырсыбыҙ, донъя операһы йондоҙо Илдар Абдразаҡов бар!

Исемлекте каналдың матбуғат хеҙмәте баҫтырып сығарған. Шулай уҡ проектта йырсы Анна Асти ҙа ҡатнаша.

«Тауыш»та тәүге тапҡыр остаз булыуыма шатмын. Беҙҙә бик күп һәләтле йырсылар бар, һәм был проект уларға үҙҙәрен күрһәтеү һәм кешеләрҙең күңелдәрен яулау өсөн матур мөмкинлек бирә. Үҙенсәлекле тауыштар менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәм. Һәр ҡатнашыусыға мөмкин тиклем сағыуыраҡ асылырға ярҙам итер өсөн бөтә тәжрибәмде һәм энергиямды бирергә тырышасаҡмын", - ти Илдар Абдразаҡов буласаҡ сара тураһында.

Башҡа остаздар үҙгәрешһеҙ ҡала. Улар – артистар Владимир Пресняков һәм Пелагея.

Илдар Абдразаҡов - танылған башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың улы.
1976 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Һәләтле малай 4 йәшенән йырлай, атаһы төшөргән киноларҙа ҡатнаша башлай. Артабан уның яҙмышында ижад төп урынды биләй.

1994 йылда ул - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1998 йылда Мариинск театрында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Илдар Абдразаҡов ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған мәртәбәле конкурстар бихисап. Ул донъяның иң ҙур опера майҙандарында сығыш яһап, тамашасылар һөйөүен яулай.
2015 йылдан Санкт Петербургта халыҡ-ара музыка академияһын етәкләй. 2016 йылда Илдар Абдразаҡов фондын булдыра. 2018 йылдан алып халыҡ-ара фестивалдәр ойоштора. 2024 йылдың декабренән Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының етәксеһе вазифаһында эшләй.

Быйыл декабрь айында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән уға Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы исеме бирелде.

Башҡорт ерлегендә, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарынан башланғыс алған талантлы яҡташыбыҙҙың яңы уңышына һөйөнәбеҙ! Афарин!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас