Тамашаға килгән тыңлаусылар улар өсөн сәхнә экранына сығарылған QR-код аша үтеп тауыш бирҙе. Халыҡ һөйөүен Гөлдәр Ишҡыуатова яуланы.
"Юлдаш” радиоһының халыҡ артисы"н ихлас ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, "Юлдаш” радиоһының халыҡ артисы" исеменә төрлө йылдарҙа Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Рәдиф Зарипов, Иҙел Нурғәлин, Гөлназ Асаева, Ирек Ноғоманов лайыҡ булды.
Сер түгел: был исемгә лайыҡ булған артистарыбыҙ күп тә тормай хөкүмәт наградаларын да алды.