Үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәт пьесаһы буйынса Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйған музыкаль комедия салт ҡояшлы көндәлеккә юмор аша бағып, өҙҙөрә бейетеп, үзбәк милли кейеменең сағыулығы менән күҙҙе ҡамаштырып, театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙға күңелле тамаша бүләк итте. Театр донъяһы был байрамды ашҡынып көттө: ашханала үзбәк былауы әҙерләнһә, фойела көнсығыш тәмлекәстәре менән һыйланып, тамашасылар әлеге Фарман ханым йортона туйға саҡырылды.
“Фарман ханым” спектаклен рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев, Ҡаҙағстандан саҡырылған хореограф Алимжан Ҡайратулы (Алматы), хормейстер Анель Сиргебаева (Астана) халыҡ-ара кимәлдә ижади асыш һәм эҙләнеүҙәр аша сәхнәләштерҙе. Премьераға килгән тамашасылар килендәр фетнәһенең генә түгел, көнитмештә татыулыҡтың матурлығы шаһиты ла булды.
- Минең өсөн “Фарман ханым” музыкаль комедияһы Башдрамтеатр репертуарына ниндәйҙер яңылыҡ булып инде, тип әйтә алам, сөнки беҙ Азия илдәренә бармаһаҡ та, ул яҡтың ҡояшы йылыһы беҙгә килде. Ғөмүмән, бөгөн Башҡортостанда ла, тотош Рәсәй театрҙарында музыкаль комедия жанрында ижад ителгән әҫәрҙәр юҡ кимәлдә, шуға күрә “Фарман ханым”ды яратып, йылы ҡабул иттем. Спектакль һуңынан да минең күңел М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡалған һымаҡ ине, - тигән фекерен белдерҙе театрҙың яҡын дуҫтарының-тамашасыларының береһе.
- Яңы спектаклде ауыр эш көнөнән һуң театр мөхитенә ҡайтып, күңелгә шаян, сағыу тамаша аша ял алыу мөмкинлеге кеүек тойҙом. “Фарман ханым” өсөн Башдрамтеатрға ҙур рәхмәт белдергем килә, - тип кисерештәре менән уртаҡлашты сираттағы тамашасыбыҙ.
Әйткәндәй, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәк - киләһе йылда Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре буйынса спектакль өҫтөндә эш башланған да инде. Премьераның беренсе көнөндә “Фарман ханым” музыкаль комедияһы режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаевҡа, хормейстер Анель Сиргебаеваға илһамлы, төплө ижади хеҙмәттәре өсөн театр исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Фарман ханым”ға сәхнәлә балҡытыр алҡыштар, оҙон ижади ғүмер теләйбеҙ! Театр коллективын уңышлы премьера менән ҡотлайбыҙ!