Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы ойошторолған алмаш гастролдәребеҙ Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының элекке бинаһында "Бөйрәкәй" (Т. Ғарипова) спектакле менән асылды. Артабанғы тамашалар - режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури, инсц. Ш. Ғилманова), “ДЖУТ. Һуңғы йәйләү” (О. Жанайдаров), “Ай тотолған төндә” (М. Кәрим), “Йырланмаған йырым һин…” (В. Исхаҡов), “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” (Г. Ғиззәтуллина), “Ҡоҙаса” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) спектаклдәре, Фәтхи Бурнаш әҫәре буйынса режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуйған "Йәш йөрәктәр" спектакле Камал театрының яңы "өйөндә" - заманса, мөһабәт сәхнәләрҙә уйналды.
Ике күрше республика халҡын башҡорт һәм татар театр сәнғәте менән таныштырыу – йылдар дауамында һаҡланып килгән күркәм йола. Татарстан халҡы Башдрамтеатр спектаклдәрен йылы ҡабул итте, һәр жанр айырым баһаланып, үҙ тамашасыһын тапты.
-Башҡорттар көслө, ҡурҡыныс, һыҙланырлыҡ итеп ҡуя белә. Гастроль программаһындағы дүрт спектаклде ҡарағандан һуң башҡорт һәм татар театрҙары араһындағы айырманы таныным. Яҡын, ҡәрҙәш милләттәр булһаҡ та, драматургияла бөтөнләй башҡа икәнбеҙ, хикмәт. Был, һәр халыҡтың тәрән мәғәнәле тәбиғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән бәйлелер, күрәһең, - тип фекере менән уртаҡлашты Ҡазан тамашасыбыҙ.
Тәжрибә уртаҡлашыу, сәхнә оҫталығын камиллаштырыу, күркәм аралашыуға ҡоролған дуҫлыҡ –М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән Ғ. Камал исемендәге Татар академия театры араһындағы алмаш гастролдәр киләсәктә лә дауам итһен, сәскә атһын, ике туғандаш республиканы ижади күпер менән бәйләһен.