-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Ноябрь 2025, 15:14

МХО темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы

XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивале Ингушетия Республикаһының Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы һәм Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ярҙамында ойошторолдо. Кисә Назрань ҡалаһында кинофестивалде тантаналы ябыу сараһы үтте.

МХО темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы
МХО темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы

«Бетеу» фильмы кинофестиваль еңеүсеһе тип танылды. Ул «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.

— Етди дәғүәселәр араһында еңеүе айырыуса ҡыуаныслы. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, БДБ һәм БРИКС илдәренән 215 ғариза килде. Фестиваль тарихында тәүге тапҡыр Аргентина, Куба, Нигерия һәм Бразилиянан эштәр тәҡдим ителде, — тип һөйләне фильмдың режиссеры Руслан Юлтаев.

Ләйлә Аралбаева.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-21/bashkirskiy-film-na-temu-svo-stal-pobeditelem-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-4476572

✅Беҙҙең МАХ каналына max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 

МХО темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы
МХО темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас