Профсоюз-АРТ күргәҙмә комплексында йәш рәссамдар һәм уларҙың остаздарының экспозицияһы урын алған: рәсем сәнғәте, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте.
Бында төрлө йылдарҙағы эштәр йыйылған. Мәктәпте тамамлаусыларҙың станок композициялары: натюрморттар, пейзаждар, портреттар, декоратив стена панноларын да күрергә була.
Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө тема өҫтөндә - Бөйөк Ватан һуғышы, ғаилә, яратҡан ҡала, бала саҡ, тыуған яҡтың мәҙәниәте һәм тәбиғәте - төрлө техника ҡулланып - акварель, гуашь, пастель, картонға гравюра, майлы буяуҙар һәм япма тегеү, ҡулдан туҡыу - яһаған эштәр ҡуйылған ғәжәп күргәҙмә был.
Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса күргәҙмәне ҡарай алаһығыҙ. Инеү ирекле.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!