+17 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Сентября 2025, 14:03

Лондон пассажирҙарын хайран иткән

Башҡортостан ҡыҙы Айгөл Әхмәтшина Лондон вокзалында "Кармен"ды яңғыратҡан!

Лондон пассажирҙарын хайран иткәнЛондон пассажирҙарын хайран иткән
Лондон пассажирҙарын хайран иткән

Француз пианисы Орельен Фроиссарт Лондондың Сент-Панкрас вокзалында көтөлмәгән импровизация менән видео яҙҙырған. Ул "Кармен" операһынан "Хабанера"ны башҡарған. Сумаҙан тотҡан бер пассажир - опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина уға ҡушылған.

«Мин Лондондың Сент-Панкрас вокзалында пианинонала уйнай инем, бер оло йәштәге ағай минең "Кармен"ды уйнауымды һораны. Ҡапыл сумаҙанлы бер пассажир килеп, ҡушылып йырлай башланы.

Ул бар халыҡты шаҡ ҡатырҙы! Баҡтиһәң, был бөтә донъяға билдәле опера йондоҙо, меццо-сопрано Айгөл Әхмәтшина икән. Бәлки, беҙгә бергә тағы бер видео эшләргәлер?" - тип яҙа пианист.

Комментарийҙа кешеләр бының импровизация булыуына ышанмай, шулай ҙа йырсының иҫ китмәле матур йырлауын, тауышының көслө яңғырауын билдәләй.

Белеүегеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина билдәле Decca Classic лейблының эксклюзив йырсыһы һәм һуңғы 30 йылда уның менән контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано.


Шәп бит, дуҫтар?!

Автор:
Читайте нас