+24 °С
Облачно

"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтте

Күмертау ҡалаһында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтте.

"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтте"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтте
"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтте

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатында өс көн буйына балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары "Урал батыр" эпосын яттан һөйләне һәм эпостан өҙөктәр сәхнәләштерҙе.

Быйылғы ярышта Гран-приҙы эпосты үҙенсәлекле итеп сәхнәләштергән Борай беренсе һанлы мәктәбе уҡыусылары коллективы яуланы (етәкселәре - Фазулова Г. Ә., Мостафина А. Н., Усаева Р. А.)
Ихлас ҡотлайбыҙ!

Видеояҙмала: конкурстан тыш сығыш. "Әнүәр Вәхитов тигән егет барыбыҙҙы һоҡландырҙы", - ти яҙма менән уртаҡлашыусы дуҫыбыҙ, Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Байышева. Уның да уҡыусылары ярыштан грамота һәм бүләктәр менән ҡайта.

"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

Автор:
Читайте нас