+15 °С
Ясно

III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе

III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә милли башҡорт ҡоралы – ҡурайға арналған тематик күргәҙмә үтә. Экспозицияны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы сығыш яһаны.

III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһеIII «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе

Экспозицияла 1880 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған китаптар ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итә. Бынан тыш, күргәҙмәгә килеүселәр Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар тураһында биографик материалдар менән таныша ала.

Күргәҙмәнең айырым ғорурлығы – милли уйын ҡоралының төрлө төрҙәрен күрһәтеү. Күргәҙмәгә килеүселәр традицион ҡамыш ҡурайын да, тәжрибәле оҫталар эшләгән заманса яңы төрөн дә күрә ала.

Һәр ҡунаҡ оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡурайҙа уйнау нигеҙҙәрен үҙләштереү мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, теләгән һәр кем хәҙерге заман авторҙарының китаптарын һатып ала һәм үҙенең китапханаһын яңы баҫмалар менән тулыландыра ала.

Күргәҙмә 30 майҙан 1 июнгә тиклем эшләйәсәк. Һеҙҙе ҡурай көйҙәре донъяһына сумырға, милли ҡоралдың тарихы менән танышырға һәм уның менән бәйле легендаларҙы тыңларға саҡырабыҙ!

III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡурай күргәҙмәһе
Автор:
Читайте нас