+15 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Апреля 2025, 09:57

Рөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырған

Популяр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин үҙенең «Яҙ килә» тигән хитын рус телендә яҙҙырған. Уның тексын Айгөл Үтәгәнова тәржемә иткән. Артист йырҙың өҙөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

Рөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырғанРөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырған
Рөстәм Ғиззәтуллин башҡортса хитын рус телендә яҙҙырған

«Дуҫтар, ниһайәт, мин «Яҙ килә» йырын рус телендә яҙҙырҙым. Был тәржемә генә түгел — яңы хис-тойғо, үҙем аша үткәрелгән яңы яҙ, — тип яҙа артист социаль селтәрҙә. — Тиҙҙән йырҙы ишетерһегеҙ. Хуплауығыҙҙы көтәм — был миңә һәр ваҡыт артабан ижад итергә көс-ҡеүәт бирә».

«Яҙ килә» йыры 2002 йылда уҡ яҙылғайны, 2003 йылдың яҙында популярлыҡ яуланы. Шул ваҡыттан алып уны төрлө йырсылар башҡарҙы, шул иҫәптән күптәр Элвин Грейҙың кавер-версияһын яҡшы хәтерләй.

Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2025-04-07/r-st-m-izz-tullin-bash-ortsa-hityn-rus-telend-ya-yr-an-4187079

 

Автор:
Читайте нас