ХӨРМӘТУЛЛА ҮТӘШЕВ:
Йомабай Иҫәнбаев... Был исемде ишетеү менән күңелде ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғолары биләп ала. Минең өсөн Йомабай олатай икеләтә яҡын һәм ҡәҙерле шәхес. Беренсенән , ул минең яҡташым, ырыуҙашым....
Ә икенсенән, Йомабай Иҫәнбаев минең хеҙмәттәшем! Йәғни, ул заманында Башҡорт драма театрында эшләгән.
Йомабай олатай 1923 йылдың ноябренән алып 1925 йылдың июнь айына тиклем, йәғни Парижда үткән Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыр өсөн гастролгә киткәнгә тиклем Башҡорт драма теартында ҡурайсы-артист булып эшләгән. Был факттарҙы раҫлаусы ҡомартҡылар ҙа бар. Театрыбыҙҙың музейына ингән һайын латин графикаһы менән яҙылған афишала мәшһүр ҡурайсының фотоһүрәте беҙҙе ҡаршылай.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе,оҫта ҡурайсы, бейеүсе, талантлы актер, режиссер, халыҡ ижадын төплө белеүсе Ғиниәт Ушанов менән бер сәхнәлә сығыш яһауы, Йомабайға, һис шикһеҙ, оло сәнғәт мәктәбе булған. Ул “Салауат батыр”, “Ашҡаҙар”, “Ҡарағол”, “Ынйыҡай менән Юлдыбай”, “Шәүрәкәй” спектаклдәрендә ҡатнаша.
Китапты уның яҡташтары – Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын күптән өйрәнеүсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллин һәм мин төҙөнөк. Китапҡа башҡорт һәм рус телдәрендә уникаль архив документтар, төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр һәм музыкант тураһында хәтирәләр, һирәк фотоһүрәттәр инде.
Фото һәм мәғлүмәт менән ярҙам күрһәткән театрыбыҙҙың музей мөдире
Азалия Әхмәт ҡыҙы Балгазинаға, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улына,
Башҡортостандың Милли мүзейына,
Хайбуллинский-Историко-Краеведческий Музей-Хайбуллинского-Района , Хәйбулла районының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге мүзейға оло рәхмәт!