Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры күренекле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» операһының премьераһын әҙерләй. Сәхнә әҫәре Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға бағышлана.
Театр был операға тәүге тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. Спектаклдең беренсе премьераһы 1996 йылда булды. Опера Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде, 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрендә күрһәтелде. Операның дирижер-ҡуйыусыһы — Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Валерий Платонов.
Сюжет үҙәгендә — төп геройҙар Аҡйегет менән Зөбәржәттең мөхәббәте һәм фажиғәле яҙмышы.
— Опера кеше рухының азатлығы хаҡында. Мостай Кәримдең әҫәрендә лә, Салауат Низаметдинов операһында ла асыҡ финал булыуға ҡарамаҫтан, уны бәхетле, хатта фажиғәле итеп эшләргә мөмкин. Беҙҙеке ниндәй булыр, әлегә әйтмәйем, әммә беҙҙең өсөн төп идея — ул азатлыҡ идеяһы, — ти ҡуйыусы режиссер Ләйсән Сәфәрғолова.
Ижади төркөм составында шулай уҡ хореограф-ҡуйыусы Алина Мостаева, сценограф-ҡуйыусы — Санкт-Петербургтан театр рәссамы Екатерина Малинина, хормейстер-ҡуйыусы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Александр Алексеев һәм яҡтыртыу буйынса рәссам — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгений Ганзбург.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Кәримова ырыу башлығы Тәңкәбикәнең улы Аҡйегеттең һөйгәне — Зөбәржәт партияһын әҙерләй.
— Туған театрымда яңы постановкала ҡатнашыуым менән бәхетлемен, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йырсы. — Милли репертуарҙың тағы бер операһы репертуарҙа лайыҡлы урын алыуына ҡыуанам. Барлыҡ нескәлектәрен дә асмайым, әммә тамашасыға премьера оҡшар тип ышанам.