+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Ноябрь 2022, 10:51

Волга буйы федераль округы "ФормART" фестивале еңеүсеһе - Башҡортостандан!

Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивале еңеүселәре билдәле булды:

Башҡортостандан Артур Мөжиповтың «Күскенселәр ҡурсалаусыһы» эше еңеүсе булды. Монументаль рәсем Белорет ҡалаһы йорттарының береһен биҙәй.

Финал этабында, ғәҙәттәгесә, йәмәғәт тауыш биреүе уҙғарылды, унда Рәсәйҙең һәр кешеһе, шул иҫәптән төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар ҡатнаша алды. Тауыш биреүҙә бөтәһе 111 меңдән ашыу кеше һәм 90-ға яҡын эксперт ҡатнашты.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов онлайн-концертта ҡатнашыусыларҙы республика халҡы исеменән сәләмләне.

“Беҙҙең төбәк Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан, шуға ла Башҡортостанды “Евразия йөрәге” тиҙәр. Быйылғы фестивалдең төп темаһы "Ваҡыт аша" тип атала һәм Рәсәй халыҡтары һәм төбәктәренең мәҙәни мираҫын сағылдыра. Тема беҙҙең өсөн бик яҡын. Республикабыҙҙа 160-тан ашыу халыҡ вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Быуаттарға һуҙылған мәҙәни традициялар быуындан быуынға тапшырыла килә һәм һаҡлана”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илнур Мөхйәнов.

Еңеүсе Артур Мөжипов һүҙҙәренсә, рәсемдең героиняһы Һомай башҡорт ҡыҙы образында милли кейемдә һүрәтләнә.

"Һуңғы йылдарҙа мине башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте ҡыҙыҡһындыра. Ярым күсмә тормош, климат үҙенсәлектәре, халыҡтың көнкүреше, рухи мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре милли кейемдең бестегелешенд    һәм биҙәлешендә сағылыш тапҡан. Башҡорт халҡының боронғо кейеме, минеңсә, Волга буйы халыҡтары араһында иң матурҙарҙың береһе. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, үҙенең тарихын һөйләй”, - тип ижади эшенең йөкмәткеһен аңлатты Артур Мөжипов.

Йәш рәссамға 28 йәш. Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институтын тамамлаған, ләкин артабан үҙен художество сәнғәтендә тапҡан.

"Фестиваль йылдан-йыл үҫешә. Ул ике йыл элек Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән башланды һәм, эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, алыҫтан тороп уҙғарылды. Бөгөн яңы формалар, фекерҙәштәр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу талап ителә. Беҙ бының өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Киләсәктә ул иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү өсөн генә түгел, ә йәштәрҙә яңы йүнәлештәр, креатив фекерләү, сәләмәт мәҙәни ҡиммәттәр формалаштырыу өсөн дә етди майҙансыҡҡа әүерелер тип ышанам", - тине тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Олег Машковцев.

Икенсе урынды Һамар өлкәһенән Семён Ефентьев, өсөнсөнө "Ижад" атамалы граффити менән Сыуаш Республикаһынан Алексей Чернев алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда "ФормART" фестивалендә Башҡортостан Республикаһынан Ләйсән Билалова сығыш яһаны. Нефтекама ҡалаһындағы йортҡа төшөрөлгән рәсеме өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Нурзиә Хәсәнова.

https://kulturarb.ru/ba/news/bash%D2%A1ortostan-r%D3%99ssamy-artur-m%D3%A9zhipov-volga-bujy-federal-okrugy-formart-festivale-e%D2%A3e%D2%AFse%D2%BBe

 

 

Волга буйы федераль округы "ФормART" фестивале еңеүсеһе - Башҡортостандан!
Волга буйы федераль округы "ФормART" фестивале еңеүсеһе - Башҡортостандан!
Автор:
Читайте нас: