-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Апрель 2022, 14:00

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл байрам 13-14 майҙа Октябрьский ҡалаһында ойошторола. Программала: үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре араһында конкурс; ижади лаборатория; конкурс еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында концерт. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыуға үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Улар өс йәш категорияһында башҡарыу оҫталығын күрһәтергә тейеш.

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл байрам 13-14 майҙа Октябрьский ҡалаһында ойошторола. Программала: үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре араһында конкурс; ижади лаборатория; конкурс еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында концерт.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыуға үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Улар өс йәш категорияһында башҡарыу оҫталығын күрһәтергә тейеш. 12 йәшкә тиклемге һәм 12-16 йәшлек башҡарыусылар бер турҙа ярыша һәм ике музыкаль әҫәр (оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй) менән сығыш яһай.

16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн конкурс ике турҙа уҙғарыла. Был йәш категорияһында үҙешмәкәр артистар дүрт әҫәр башҡара. Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған профессиональ музыканттар алдында оҙон көй уйнау бурысы тора. Һайлап алыу өсөн 100 әҫәр тәҡдим ителгән, улар араһында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» бар. Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа, ике йәш категорияһында ярыша.

Ғаризалар 10 майға тиклем [email protected][email protected] электрон адрестарына ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге, 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30 – Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте. Проекттың маҡсаты – башҡорт милли музыка ҡоралын пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә, ғаилә ижады традицияларын үҫтереү.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-14/respublikanskiy-prazdnik-kuraya-imeni-gaty-suleymanova-nachal-priem-zayavok-2769824

Автор:Ләйлә Аралбаева
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас: