+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Апрель 2022, 10:45

Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк 

2022 йылдың 22-23 апрелендә Иглин районында РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтәсәк. Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте. Конкурс Башҡортостандың вокал-башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен мәңгеләштереү, сағыу һәм һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. - Дауамы:

Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк 
2022 йылдың 22-23 апрелендә Иглин районында РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтәсәк. Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте. Конкурс Башҡортостандың вокал-башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исемен мәңгеләштереү, сағыу һәм һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.
Ижади бәйгелә өҫтәмә белем биреү учреждениелары (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) уҡыусылары, музыкаль белем биреү учреждениелары студенттары, профессиональ башҡарыусылар, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар ҡатнаша ала. Конкурс профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында йәш төркөмдәре буйынса ойошторола. 22 апрель - тантаналы асыу һәм конкурсанттарҙы тыңлау, 23 апрель - Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы. Конкурста ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының ике төрлө характерҙағы әҫәрҙәрен башҡара, уларҙың береһен ҡатнашыусы М. Хисмәтуллиндың репертуарынан  һайлай. Жюри баһалағанда теманы сағылдырыуҙы, башҡарыу оҫталығын, сәхнә образын иҫәпкә ала.  Заявкалар 2022 йылдың 21 апреленә тиклем конкурстың ойоштороу комитетына шылтыратыу менән раҫлана: 8(34795)2-15-18; 2-10-01 
Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк
Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк 
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: