+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Апрель 2022, 21:00

"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"нә рәхим итегеҙ!

Башҡортостан» дәүләт концерт залы II «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы ойоштора. Фестиваль Рәсәй халыҡтарының халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙғарыла. Уның төп маҡсаттары үә бурыстары: балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуынды эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүе үҫеше перспективаларын билдәләү. Беренсе этапта жюриағзалары конкурсҡа тәҡдим ителгән видеоматериалдар менән танышты. Коллективтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһалай. 4 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн иң яҡшы 15 коллектив һайлап алынды. Гала-концерт 14 аперлдә үтәсәк.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залы майҙанында ҙур флешмобтан башлана, унда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең ҡыҫҡаса бейеү визит карточкаһын күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Артабан ҙур залда Бүләкләү тантанаһы һәм Гала-концерт үтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда үткәрелгән тәүге фестивалдеңең еүселәре – Туймазы ҡалаһының ”Сәфәр” хореография ансамбле (етәкселәре – Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар). Коллектив 100 меңһум күләмендәге аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. Ошо сара сиктәрендә 4 апрелдә “Башҡортостан”дәүләт матбуғат-конференцияһы үтте. Унда  БР халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, "Башҡортостан" концерт залы директоры Вилдан Хәлиҙәр улы Яруллин, конкурстың жюри рәйесе Риф Фәтих улы Ғәбитов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы Мирхәйҙәрова һәм бағыусыларҙан “Лукойл” компанияһы вәкиле Мөһретдинова Элина Наилевна саҡырылғайны. Һәр кем был сараның үҫепкилгән быуында  илһөйәрлек тәрбиләүҙәге йоғоноһо хаҡында һүҙ йөрөттө, фестивалдең балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырасағын белдерҙе. Беҙгә, Рәсәй тигән ҙур һәм дуҫ илдә йәшәүселәргә, ҡабатланмаҫ ижтимағи-мәҙәни йолалар, телдәрҙең һәм үҙенсәлекле этник мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө хас. Күп милләтле мәҙәни ҡаҙанышты, этник сәнғәтте һаҡлау һәм үҫтереү темаһы беҙгә бик яҡын. Үҫеп килгән быуында милли мәҙәниәткә һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы матурлыҡҡа, художестволы ижадҡа ылыҡтырыу - етди иғтибар тырышлыҡ талап итә, - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы үҙ сығышында.   “Фестиваль артабан да үҫешергә тейеш тип иҫәпләйем, ә һәр һәләтле балаға уның тәбиғи талантын асыу өсөн шарттар булдырырға, ҙур йәки бәләкәй сәхнәлә үҙенең ижади ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинлек бирергә кәрәк”,- тип билдәләне Риф Ғәбитов. Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» II асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы ойоштора. Фестиваль Рәсәй халыҡтарының халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙғарыла. Уның төп маҡсаттары үә бурыстары: балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуынды эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүе үҫеше перспективаларын билдәләү. Беренсе этапта жюри ағзалары конкурсҡа тәҡдим ителгән видеоматериалдар менән танышты.Коллективтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһалай. 4 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн иң яҡшы 15 коллектив һайлап алынды. Гала-концерт 14 аперлдә үтәсәк.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залы майҙанында ҙур флешмобтан башлана, унда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең ҡыҫҡаса бейеү визит карточкаһын күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Артабан ҙур залда Бүләкләү тантанаһы һәм Гала-концерт үтәсәк.    

Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» II асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсы ойоштора. Фестиваль Рәсәй халыҡтарының халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙғарыла. Уның төп маҡсаттары үә бурыстары: балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуынды эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүе үҫеше перспективаларын билдәләү. Беренсе этапта жюри ағзалары конкурсҡа тәҡдим ителгән видеоматериалдар менән танышты.Коллективтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһалай. 4 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн иң яҡшы 15 коллектив һайлап алынды. Гала-концерт 14 аперлдә үтәсәк.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залы майҙанында ҙур флешмобтан башлана, унда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең ҡыҫҡаса бейеү визит карточкаһын күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Артабан ҙур залда Бүләкләү тантанаһы һәм Гала-концерт үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда үткәрелгән тәүге фестивалдең еүселәре – Туймазы ҡалаһының ”Сәфәр” хореография ансамбле (етәкселәре – Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар). Коллектив 100 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә лайыҡ булған.

Ошо үҙенсәлекле сара сиктәрендә 4 апрелдә “Башҡортостан”дәүләт матбуғат-конференцияһы үтте. Унда  БР халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, "Башҡортостан" концерт залы директоры Вилдан Хәлиҙәр улы Яруллин, конкурстың жюри рәйесе Риф Фәтих улы Ғәбитов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы Мирхәйҙәрова һәм бағыусыларҙан “Лукойл” компанияһы вәкиле Мөһретдинова Элина Наил ҡыҙы саҡырылғайны.

Һәр кем был сараның үҫепкилгән быуында  илһөйәрлек тәрбиләүҙәге йоғоноһо хаҡында һүҙ йөрөттө, фестивалдең балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырасағын белдерҙе.

- Беҙгә, Рәсәй тигән ҙур һәм дуҫ илдә йәшәүселәргә, ҡабатланмаҫ ижтимағи-мәҙәни йолалар, телдәрҙең һәм үҙенсәлекле этник мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө хас. Күп милләтле мәҙәни ҡаҙанышты, этник сәнғәтте һаҡлау һәм үҫтереү темаһы беҙгә бик яҡын. Үҫеп килгән быуында милли мәҙәниәткә һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы матурлыҡҡа, художестволы ижадҡа ылыҡтырыу - етди иғтибар тырышлыҡ талап итә, - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы үҙ сығышында.

“Фестиваль артабан да үҫешергә тейеш тип иҫәпләйем, ә һәр һәләтле балаға уның тәбиғи талантын асыу өсөн шарттар булдырырға, ҙур йәки бәләкәй сәхнәлә үҙенең ижади ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинлек бирергә кәрәк”,- тип билдәләне Риф Ғәбитов.

 

 

 

"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"нә рәхим итегеҙ!
"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"нә рәхим итегеҙ!
"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"нә рәхим итегеҙ!
"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"нә рәхим итегеҙ!
Автор:
Читайте нас: