18 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей бенефисы уҙҙы. Бенефис аншлаг менән үтте. Был кистә Театр эшмәкәрҙәре союзы Миңзәлә Хәйруллинаны Станиславский исемендәге көмөш миҙал менән бүләкләне. Юбилярҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ҡотланы. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән сәләмләү адрестарын уҡып ишеттерҙе һәм актрисаға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Юбилярға йылы ҡотлау һүҙҙәрен шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, республиканың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Әбүшахманов, Салауат районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гүзәл Сәфиуллина, дуҫтары, туғандары, курсташтары, төрлө театрҙарҙан коллегалары еткерҙе. Шулай уҡ актрисаны ҡотларға тыуған Әлшәй районынан делегация килде. Яҡташтары Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙына Әлшәй оҫтабикәләре эшләгән башҡорт балаҫын һәм дебет шәлен бүләк итте. Бенефис көнөндә театрҙа «Әбейүшкә@эттущка.ru» исемле сағыу комедия күрһәтелде, унда Минзәлә Хәйруллина төп ролдәрҙең береһен - Бибисараны уйнаны.
"Был спектаклде осраҡлы һайламаным. Унда минең курсташтарым - Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Эльвира Юнысова һәм Шәүрә Дилмөхәмәтова ҡатнаша. Был комедия, әйтерһең дә, беҙҙе студент йылдарына алып ҡайта. Бенефис спектакленә килгән һәр кемгә рәхмәт", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Минзәлә Хәйруллина.