Кәңәшмә башында республика Башлығы республиканы донъя мәҙәниәте киңлегендә танытыуға, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға булышлыҡ иткән Башҡортостан кино индустрияһы ҡаҙаныштарын билдәләне.
«Үтеп барған йыл ябай булманы, шул иҫәптән мәҙәни ваҡиғаларға бай булды. Башҡорт кинематографы ысын феномен тип билдәләй алам. Режиссерҙарыбыҙҙың фильмдары ҙур уңыш менән Рәсәйҙең күп төбәктәрендә прокатҡа сыға, халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә приздар яулай. Режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» тарихи фильмы, Айнур Асҡаровтың «Өс таған»ы, бик күп документаль һәм анимация проекттары ошондай кинофильмдар иҫәбендә, - тине Радий Хәбиров. - Хөрмәтле коллегалар, һеҙ тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, туған телебеҙҙе һаҡларға, ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға, йәш быуынды тәрбиәләргә ярҙам итәһегеҙ. Ошо мөһим эшегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә».
Төбәктә Федераль Ватан кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды программаһы сиктәрендә мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу буйынса ҙур эш башҡарылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, республикала бер нисә муниципалитетта заманса киномайҙансыҡтарҙы йыһазландырырға ҡала.
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА