+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Декабрь 2021, 13:12

Туймазы ҡалаһында “Тылсымлы ҡурай моңо” IV асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Быйыл 270 ҡурайсы үҙенең оҫталығын күрһәтте.

.

Туймазы ҡалаһында “Тылсымлы ҡурай моңо” IV асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Быйыл 270 ҡурайсы үҙенең оҫталығын күрһәтте.
Туймазы ҡалаһында “Тылсымлы ҡурай моңо” IV асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Быйыл 270 ҡурайсы үҙенең оҫталығын күрһәтте.

Туймазының “Родина” мәҙәниәт һарайында үткән гала-концерт бәйгенең һөҙөмтәһе булып торҙо.

Ул Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә Туймазы районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Быйыл бәйгелә 22 район һәм ҡаланан, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән 18 ансамбль һәм 89 яңғыҙ башҡарыусы һынау тотто.

Ҡурайсылар бәйгеһен тантаналы ябыу сараһында Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы исеменән Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков ҡатнашты.

Белорет районынан Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстар еңеүсеһе Мөхәмәт Түләбаев «Тылсымлы ҡурай моңо» 4-се асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. 

Үҙҙәренең йәш категорияларында  Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Данил Тулыбаев (Хайбулла районы),  Рауил Шарафутдинов (Благовещенск ҡалаһы), Алмас Тажетдинов (Салауат районы), Рәмил Хәсәнов (Баймаҡ районы) I дәрәжә лауреаттары булып танылды. Конкурстың  иң йәш ҡатнашыусыһы  Өфө ҡалаһынан  7 йәшлек Нургиз Шарипов булды.

“Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсының 1-се туры онлайн-форматта үтһә, 2-се турҙа республиканың район һәм ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәһенән 24 кеше ҡатнашты.

Сара Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш төбәгендә ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, был уйын ҡоралында уйнаған талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәш быуынды башҡорт инструменталь фольклорына ылыҡтырыу маҡсаты менән ойошторолдо.

 

Автор:
Читайте нас: