-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Сентябрь 2021, 17:00

Көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡаны өсөн яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатынының яҙмышы хаҡында Өфөлә премьера үтте

.

Көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡаны  өсөн яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатынының яҙмышы хаҡында Өфөлә премьера үтте
Көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡаны өсөн яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатынының яҙмышы хаҡында Өфөлә премьера үтте

Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының гастролдәре ҙур аншлаг менән үтте. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Киҫәкбикә. Риүәйәт» спектакленең премьераһы булды. Михаил Башкиров үҙенең пьесаһын Мәрйәм Бураҡаеваның хикәйәһенә нигеҙләнеп яҙған.

Легендала XVIII быуатта йәшәгән Киҫәкбикә Байрасованың фажиғәле яҙмышы тураһында һүҙ бара. Төп герой — көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡан өсөн 60 йәшендә яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатыны.

Спектаклде Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев сәхнәләштергән.

«Әҫәрҙең рухы – баш бирмәҫ Киҫәкбикә образы әсәйемдең хикәйәһенән ҡалғандыр, моғайын. Ул Катерина исеме менән йәшәргә теләмәйенсә, ирекле Киҫәкбикә булып үлә. Михаил Башкиров әсәнән хатта улдарының да баш тартыуы, яҡташтарының да уны ғәйепләүе тураһында ҙур хикәйәт ижад итә алған. Ғөмүмән, Борис Манджиев, көсләп суҡындырыу, халыҡты колонизацялау хаҡында яҡшы белгән Михаил Башкиров менән ошо теманы һаҡ ғына, символик рәүештә асып бирҙе, актерҙар ҙа көсәнмәйенсә, артыҡ хис-тойғоһоҙ, ҡайҙа кәрәк, шунда ғына хисләнеп уйнаны», — тип билдәләне драматург Зөһрә Бураҡаева.

Төп ролде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова башҡарҙы һәм рухлы башҡорт ҡатынының ихтыяр көсөн күрһәтеүгә өлгәште. Стәрлетамаҡта спектаклдең премьераһы һәм актрисаның юбилей бенефисы 8 октябрҙә була.

«Петербургтан серле кәңәшсе» ролендә сығыш яһаған Марат Зөбәйеровтың, Рәсил Сынбулатовтың  (Сынбулат — Василий), Ирек Ибраһимовтың (Нәҙерша — Иван), Илнур Аджитаровтың (Аҡсура — Пётр), Әлиә Зарипованың (Ангелина) һәм башҡа актерҙарҙың сағыу эштәре тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды. Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина (Мәскәү), композитор – Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев, пластика буйынса режиссер – Рәмизә Мөхәмәтшина, костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде.

https://www.bashinform.ru/news/1650366-v-ufe-pokazali-premeru-spektaklya-o-sozhzhennoy-bashkirke/

                  Ләйлә Аралбаева

                  Теги: театр
Автор:
Читайте нас: