+14 °С
Облачно
Иҡтисад
30 Апреля , 05:00

Радий Хәбиров Дума комитеты етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының профилле комитет рәйестәре менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Радий Хәбиров Дума комитеты етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙеРадий Хәбиров Дума комитеты етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе
Радий Хәбиров Дума комитеты етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе

Кәңәшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитет етәксеһе Александр Дёмин, туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитет рәйесе Сангаджи Тарбаев ҡатнашты.

Республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү һөйләшеүҙең төп темаһы булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Яҡтар эске һәм тышҡы туризмды киңәйтеү, республиканың туристик ҡеүәтен нығытыу буйынса сараларҙы, шулай уҡ ошо өлкәгә йәлеп ителгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы механизмдарын тикшерҙе.

Радий Хәбиров федераль ҡунаҡтарҙы төбәктең ҡаҙаныштары тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. 2025 йылда Башҡортостанға 1,9 миллиондан ашыу турист килгән. Бынан тыш, республика шифахана-курорт йүнәлешен үҫтереү буйынса Волга буйы федераль округында лидер статусын раҫланы.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-04-29/radiy-h-birov-d-l-t-duma-yny-komitet-et-ksel-re-men-n-turizmdy-tere-e-tiksher-e-4653552

 

Автор:
Читайте нас