

Башҡортостандың ете халыҡ артисы: Рушан Биктимеров, Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Фәтихова, Хәлит Фәтихов, Ғәле Алтынбаев һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Рәхмәтуллина, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, бейеүсе Лилиә Усманова ҡатнашҡан киске концерт Салауат башҡорт дәүләт драма театры бинаһында үтте. Заманса эстрада йырҙары, ретро көйҙәр, ҡурай, баян моңдары яңғыраған бай эстәлекле концерт программаһын тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Ике көндән йондоҙло төркөм Миәкә яҡтарына юлланды. килгән халыҡ концерттың һәр номерын алҡыштарға күмде. Оҙаҡ йылдар Садовый ауыл клубының художество етәксеһе булып эшләгән Илфира Ғәбделхәй ҡыҙы Хажиева тирә-яҡ башҡорт ауылдары Биҡҡол, Әбеш, Ҡаран, Нарыҫтауҙан тамашасыларҙы йыйҙы. Артистарҙы ҡаршы алып, концертты ойошторорға әүҙем ярҙам итте. Шундай матур концерт алып килгән «ҠураЙыр» төркөмө артистарына тамашасыларҙың рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ветеран уҡытыусы Фидәлиә Әхмәтғәли ҡыҙы Садыҡова сәхнәнән артистарға рәхмәт әйтеп, тағы килеүҙәрен һораны. Концерттан һуң һис таралырға ашыҡмаған тамашасылар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы Фәнир Ғилметдин улы Миһранов, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәрзәнә Ғәриф ҡыҙы Миһранова Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарына һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Әлфиә Ғимаҙиева