-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Юлдаш»ҡа - 25!

«Юлдаш» радиоһы юбилейын башҡаланың иң ҙур майҙанында халыҡ-ара фестиваль уҙғарып билдәләне.

«Юлдаш»ҡа - 25!
«Юлдаш»ҡа - 25!

Бик күптәрҙең яратҡан радиоһын һәм уның күп һанлы тыңлаусыларын ҡотларға «Өфө-Арена»ға ҡуйылған ҙур сәхнәгә Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Ҡазахстан, Ҡытайҙан популяр башҡарыусылар йыйылды.

 Халыҡ-ара фестивалдә Элвин Грей, Ильсия Бәҙретдинова, “Бишбармак” оркестры, Ринат Рамазанов, Зәйнетдин, Акимхан Маженов,Аҡбота Көснәдин, Нәзифә Ҡадырова һәм Ғәли Алтынбаев, Айҙар Ғәлимов,  Рәсул Ҡарабулатов, Иҙрис Ғәзиев, Азат Йыһаншин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Bebi TI, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев,Лилиә Биктимерова, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гөлназ Асаева, Вилли, Заһир Иҫәнсурин, Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Иҙел Нурғәлин, Искәндәр Сөләймәнов, Эдуард Хөснөтдинов, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Рамазан Биккинин, Ильнур Рамазанов, Ли Шию, «Тамыр» балалар вокал студияһы, Ф.Гәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле онотолмаҫ байрам атмосфераһы тыуҙырҙы. Сараны һәр ваҡыттағыса күңелле итеп радио коллективынан 6 шаян егет алып барҙы. Юбилей кисәһе аңлайышлы концепцияға ҡоролған – тарихтың, йолаларҙың, мәңгелек ҡиммәттәрҙең күсәкилешлеге. «Юлдаш»тар 25 тамашасыға, йырсыларға, ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы. Әле һағышҡа, әллә шатлыҡҡа мансыған тамашала тетрәндергес мәлдәр ветерандарға, яңыраҡ арабыҙҙан киткән Фидан Ғафаровҡа, МХО яугирҙарына бәйле булды, әйткәндәй, улар залда йөҙҙән ашыу ине. Ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ир-егеттәрҙең күбеһе ғаиләләре, яҡындарын алып, үҙҙәре алғы һыҙыҡта саҡта ла тыуған ер менән бәйләнеш булдырған яратҡан радиоларының иҫтәлекле көнөн уртаҡлашырға килгәйне.

 Сирек быуат йыл дауамында «Юлдаш» - республика тауышына әйләнгән радио, Башҡортостандың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып эшләй һәм йәшәй. Шуның өсөн дә уның юбилейы - бар халыҡ байрамы. 5 меңдән ашыу кешенең, эш көнө булыуына ҡарамай, тамашаға эркелеп килеүе лә йәнә ошоно раҫланы.

«Беҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән эфир, тапшырыуҙар һәм йырҙар, һөйөүебеҙ – барыһы ла тыңлаусыларыбыҙ өсөн. Беҙ был кисте «халыҡсан» радионың дуҫтары күңелендә йондоҙло ҡунаҡтар менән генә түгел, 25 йыл дауамында оҙата килгән моңло йырҙар, иҫтәлекле бүләктәр, йылы мөхит,илһамландырыр  осрашыуҙар менән хәтерҙәрендә ҡалдырырға тырыштык, - тиҙәр радио хеҙмәткәрҙәре. - Йылы ҡотлауы, изге теләктәре өсөн Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировҡа, илдең һәм донъяның төрлө тарафтарынан ихлас сәләмдәр юллаусы коллегалар, милләттәштәргә рәхмәтлебеҙ. 25 йыл йомғаҡланды, хәҙер яңы көс һәм илһам менән алға, яңы дәүергә, яңы һынауҙар, мөмкинлектәр, асыштарға табан тыңлаусыларыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоноп юл алабыҙ. Беҙ бергә!»

«Юлдаш»ҡа - 25!
«Юлдаш»ҡа - 25!
Автор:
Читайте нас