Төп маҡсаты башҡорт телендәге китаптар һатып алып китеү булһа ла, уны магазинда журналистар ҡаршы алды.
Ринат Заһир улы башҡорт халҡына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына уй-теләктәрен еткерҙе, ойошманың халҡыбыҙҙы берләштереп торған ҡеүәтле көс икәнлеген билдәләне, шул уҡ ваҡытта билдәлелек һәммәбеҙ иңенә оло яуаплылыҡ һалғаны да әйтеп үтте.
Шулай уҡ, Ринат Рамаҙанов “Урал батыр” эпосының ни тиклем үҙенсәлекле, көслө әҫәр булыуын; уның донъяға танылыуы республикабыҙ һәм халҡыбыҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр биреүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, "Интервидение-2025" халыҡ-ара музыкаль конкурсында уңышлы сығыш яһағандан һуң, AY YOLA Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур турға сыға.
Билдәле башҡорт төркөмө «Европа плюс», «Русское радио», «Энерджи», «Лайк ФМ» кеүек федераль радиостанциялар эфирында «Китап» нәшриәтенең «Урал Батыр» китабын уйнатасаҡ.
Г. Балтабаева.
Видео авторы: Р. Һәүбәнов.
https://vk.com/wall-109622739_95412