-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.

Башҡортостаныбыҙҙың данлыҡлы профессиональ бейеү коллективы - Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ тарихында беренсе тапҡыр Мәскәүҙең Кремль һарайында ҙур концерт ҡуйҙы. 11 мартта үткән концерт ижади коллективтың 85 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы сағыу итеп тамамлап ҡуйыу өлгөһө булды. Тамашаны биш меңдән ашыу кеше ҡараны, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Тамашасылар фекеренсә, "ғәскәровсы"ларҙың сығышы Кремлдәге башҡорт сәнғәте байрамына әүерелде.

Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ысын-ысындан тарихи ваҡиға айҡанлы коллективты ҡотланы. "Беҙҙең легендар, бөтәһе лә яратҡан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ тарихында тәүге тапҡыр Дәүләт Кремль һарайында соло концерты менән сығыш яһай. Илебеҙҙең төп сәхнәһендә "ғәскәровсы"лар "Донъя халыҡтары бейеүе" программаһын ҡуя. Әйткәндәй, 11 март ансамблдең тыуған көнө тип иҫәпләнә. Ысын күңелдән ҡотлайым!" – тип яҙҙы ул.

Концерттың беренсе бүлеге башҡорт хореографияһының классик өлгөләренән торҙо: "Зарифа", "Ете ҡыҙ", "Төньяҡ амурҙары", "Шаян ҡыҙҙар" һәм Фәйзи Ғәскәров мираҫынан башҡа бейеүҙәр, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған композициялар сәхнәне шаулатты. Икенсе бүлек, программаның атамаһына ярашлы, испан, ҡаҙаҡ, хорезм, аргентин, ҡытай һәм башҡа милли бейеүҙәрҙән торҙо.

Концерт башланыр алдынан герб ҡуйылған фойела башҡорт мәҙәниәте буйынса ҡоролған күргәҙмә эшләне. Бында ҡурайҙың сихри моңдары яңғыраны, теләүселәр башҡорт тирмәһенә инеп эсен ҡарай алды, милли кейем кейеп, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Әлбиттә, тамашасыларҙың айырым иғтибарын ансамбль репертуарындағы бейеүҙәрҙән боронғо биҙәүестәр, кейем өлгөләре йәлеп итте. Тамашаның, башҡорт мәҙәниәте байрамы булыу менән бер рәттән, республика менән танышыу, ватандаштарҙың аралашыуы өсөн ижади майҙансыҡҡа әйләнеүе лә мөһим. Кремлдә үткән концерт дәүләт бейеү ансамбле өсөн генә түгел, Башҡортостандың тотош мәҙәниәте өсөн дә тарихи ваҡиға булды.

Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Ғәскәровсылар мәскәүҙәргә бейеү байрамы бүләк итте.
Автор:
Читайте нас: