Нур-Солтандағы «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһы Башҡортостандан оҙаҡ көтөлгән посылка - ун комплект аутентик башҡорт милли кейемдәре алды. Мәҙәниәт министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә Ҡаҙағстан башҡорттарының күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 29 сентябрендә Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр менән осрашты. Дуҫтарса аралашыу барышында урындағы башҡорттар Башҡортостан республикаһының тыуған төйәгенән ситтә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм таратыуҙа ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе. «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһе рәйесе Урал Аҙнабаев төрлө сараларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн милли кейемдәр һораны.
- Ҡаҙағстанда 17 мең башҡорт бар. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ, төрлө саралар ойошторабыҙ. Был костюмдар беҙҙең өсөн республиканан ҙур бүләк булды. Костюмдар тап шундай: ете ҡатын-ҡыҙ һәм өс ир-егет костюмынан торған коллекция тулыһынса аутентик – хас та өләсәй-олатайҙарыбыҙҙыҡы ише, - тип һөйләне Урал Аҙнабаев. Коллекция, ысынлап та, уникаль. Ул башҡорт костюмдарының бөтә төрлөлөгөн үҙ эсенә ала. «Бындай коллекция беҙҙең республикала бер ҡайҙа ла һәм бер кемдә лә юҡ», - тип ышаналар Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһында. Костюмдар тегеү менән “Сәрби” ательеһы оҫталары шөғөлләнгән. Улар тыуған яҡ этнографияһы буйынса бик күп мәғлүмәтте өйрәнгән. Фотларҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://cloud.mail.ru/stock/9Gy5cRTLYpJrnVKCk3gLPNkR
Шулай уҡ 15 аперлдә республикала Миили костюм көнө билдәләнеүен дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.