Бөгөн 21 июлдә Өфөлә ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың «Саптар» музыкаль альбомының презентацияһы үтәсәк.
Музыкант әйтеүенсә, альбомдың концепцияһы Башҡортостандағы ғына түгел, ә сит илдәрҙәге хәҙерге йәштәр менән бик күп аралашыу тәжрибәһенә нигеҙләнгән.
«Был йыл минең ижади үҫеш өсөн бик мөһим. 18 февралдә, карантиндан һуң сикләүҙәрҙе бөтөрөү менән, MusicHall27-лә үҙемдең тәүге соло концертымды үткәрҙем. Хәҙер Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында яҙҙырылған тәүге альбомым – «Саптар» менән таныштырырға теләйем. Күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән өсөн Фондҡа бик ҙур рәхмәтлемен, минең альбомым да халҡымдың һәм республикамдың хәҙерге музыка сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам. Был альбомда – боронғо көйҙәрҙе традицион башҡарыуҙа һәм яңыса эшкәртелеүҙә тыңларға мөмкин. Шуға ла альбомдың исеме «Саптар» – үткән һәм хәҙерге араһында музыкаль күпер».
Бөгөн, 21 июлдә 19.00 сәғәттә Ике фонтан майҙанында (Киров урамы, 27, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артында) альбомдың рәсми презентацияһы үтә, рәхим итегеҙ!
Музыкаль кисә программаһында викториналар һәм партнерҙарҙан бүләктәр ҡаралған.
Мәғлүмәт:
Юлай Ҡасимов – Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе ҡурайсыларының береһе, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә гасторлдәрҙә булған. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Кипр, Италия, Болгария, Испания, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм башҡа илдәрҙә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаған. 2016 йылда «Төрксой» Төрки халыҡ ҡоралдары халыҡ-ара оркестрына солист итеп саҡырылған.