-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

ТӘБИҒӘТ ҺАҠСЫҺЫ, МАТУРЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ Ноғман МУСИНға - 90 йәш!

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Буласаҡ Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Ҡолғона ауылында тыуған.

    Яҙыусының атаһы Сөләймән бик һәйбәт балта оҫтаһы булһа, әсәһе Вәсилә-  аҡыллы, дини ғилемле кеше булған. Ниндәй генә саҡта ла биш намаҙын ҡалдырмаған. Кәштә тулы дини китаптар булған. Вафат булыр алдынан Сөләймән ҡатынына: "Вәсилә, Ноғманды әйбәт итеп уҡыт. Ул ябай кеше түгел"- тип әйткән. Әммә дүрт баланы (әҙиптең өс апаһы була: Нәфисә, Мәфрүзә, Нәзилә) тол ҡалған ҡатынға аяҡҡа баҫтырырға ауыр булһа ла, иренең әйткән һүҙҙәрен тулыһынса үтәгән.

  "Атанан күргән уҡ юнған"- ти халыҡ. Ноғман ике йәшендәге генә атайһыҙ ҡалһа ла, атаһында булған бөтә матур сифаттар уға күскән. Етмәһә, балта оҫтаһы булыуы ла атаһынан. Иң беренсе ул үҙ ҡулдары менән 1969 йылда өй һала. Өй эсендәге йыһазды: өҫтәл, ултырғыстарҙы ла үҙе яһай. Ә бер нисә йылдар үткәс, ул үҙенең баҡсаһында ике матур йортто үҙ ҡулдары менән эшләп керә.

   Ноғман Мусин тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай.

   Әсәһенең фатихаһын алып, 1949 йылда- Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Барлыҡ фәндәр уға еңел бирелә. Тап студент саҡта Ноғман Сөләймән улы шиғырҙар яҙа башлай. Нисә йылдар буйы күңелендә йөрөткән хистәрҙе ул шиғыр юлдарына һала. 

Ул ваҡыттарҙа институтта уҡытҡан билдәле яҙыусы, һуңынан яҙыусылар Союзы рәйесе Хәким Ғиләжев Ноғман Мусинды әҙәбиәт кешеһе итеп күрә. Студентының шиғырҙарын уҡығас, ул: "Иптәштәр, башҡорт поэзияһында бығаса булмаған шағир тыуа"- тип әйтә. Ысынлап та, институт стеналарында бығаса булмаған бөйөк шәхес- әммә шағир түгел, ә алдынғы яҙыусыларҙың береһе тыуған була.

   1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында әрме сафына алына.  Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. "Минең дуҫ" тигәне 1956 йылда "Әҙәби Башҡортостан" журналында баҫылып сыға.

    Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) "Совет Башҡортостаны" гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, Ағиҙел журналында – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, БАССР- ҙың яҙыусылар Союзында әҙәби консультант булып эшләй.

   Ноғман Мусиндың әҫәр геройҙары- беҙҙең замандаштар. Уның «Нөгөш ярҙарында» хикәйәһе, «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Өҙәрем юл кешеләре», «Төпкөлдән төшкән килен», «Ер биҙәге» повестары ауыл тормошона, уның кешеләренә, көнкүрештәренә бағышланған.    

   Ноғман Сөләймән улы- тәбиғәт һаҡсаһы. Ҡуйы урмандар, бейек тауҙар уратып алған ерҙән булғанғамы, ул бала саҡтан тәбиғәттең көсөн һәм матурлығын тойоп үҫә. Ун йәшлек малай сағында ҡәһәрле һуғыш башлана. Тап ошо ваҡытта ул тыуған ер, тәбиғәт, урмандар кешене ҙур бәләнән ҡотҡарыусы, һаҡлаусы тигән фекерҙе ғүмерлеккә үҙенә һеңдерә. Иң элек ул халыҡтың йырҙарында, ҡобайырҙарында, легендаларында тыуған тәбиғәтен данлағанын, маҡтағанын ишетеп үҫә. Шуға күрә Ноғман Мусиндың бынан ярты быуат элек сыҡҡан әҫәрҙәре тыуған еренә, ер һәм урман эшсәндәренә юҡҡа бағышланмағандыр («Зөһрә», «Ер биҙәге» повестары, «Мәңгелек урман» дилогияһы).

Урман уның өсөн йәшәү сығанағы ғына түгел, ә ер матурлығы булып ҡала. 1970 йылдар башында Ноғман Сөләймән улы яҙыусыларҙан тәүге булып, башҡорт урмандарын һаҡлау һәм ҡотҡарыу кәрәклеге тураһында яҙа. Үҙ заманында яҙыусының был саҡырыуҙары хупланылмай. Ә бөгөнгө көн күҙлегенән сығып ҡарағанда, ул ваҡытта уҡ яҙыусы ниндәй һиҙгер һәм зирәк, алдан күрә белеүсән булғанлығын аңлайбыҙ!

   Тәбиғәт темаһы уның ике томлыҡ «Мәңгелек урман»(1976) романында күҙәтелә. Күп очерктарында, хикәйәләрендә, повестарында, романдарында ул урманды һаҡларға, был тәбиғәт байлығы менән ипле ҡыланырға саҡыра.

   «Мәңгелек урман» дилогияһы башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу йондоҙо. Был әҫәр үҙ эсенә ике быуат ваҡиғаларын һыйҙырған. Башҡорт халҡының йәшәйеше урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ менән бәйле икәнен һүрәтләй. «Мәңгелек» һүҙенең мәғәнәһе киң: кеше йәшәй икән, урман да йәшәй. «Урман – кешеләр булғанда ғына урман, урман – халыҡ кеүек үк мәңгелек»- тигән фекер үҙәк проблема булып тора.

   Ноғман Мусиндың төп әҫәрҙәре совет "торғонлоғо", әҙәбиәт идеологияһының сәскә атҡан ваҡытында  яҙыла. Был ваҡытта күп яҙыусыларҙың төп темаһы булып- кеше түгел, ә производство темалары була. Әммә Ноғман Мусин конкрет кешенең эске тормошо, һөйөү һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡыланыуы тураһында яҙа. Тап ошо ҡыйыулығы өсөн әҙипте халыҡ ярата ла инде. Ни өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме, Советтар Союзы тарҡалғас, 2001 йылда ғына бирелгәне асыҡ аңлашыла.

   Ноғман Мусин, ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр яҙып, үҙен ысын мәғәнәһендә оҫта итеп халыҡҡа танытты. Уның «Өҙәрем юл кешеләре» тигән романы, «Ауылым юлы» повесының темаһын дауам итә: заман ауылы, уның киләсәге, кешеләрҙең тыуған ауылына ҡарата яуаплылығы. 

   Ауыр һәм ҡытыршы, әммә тормошта теләгән юлды һайлау уйы яҙыусының «Һайлап алған яҙмыш» романында яңғырай. Романдың геройҙары еңел булмаған, оҙон юлды үтәләр. Ул юл илдең тарихында булған- Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы.

   Яҙыусы  «Зәңгәртауҙа- аҡ болан»(1980), «Яҙғы ташҡындар алдынан»(1985), «Таң менән сыҡ юлдарға»(1988) трилогияларын яҙа. Туҡһанынсы йылдарҙа уның замана романы «Һуңғы солоҡ», тарихи роман булған «Алдар батыр», «Йыртҡыс тиреһе» тигән повесы һәм «Ике ир һәм бер ҡатын »тигән әҫәрҙәре сыға.

   Ноғман Мусиндың ижады менән Рәсәй уҡыусылары ла бик яҡындан таныш- Мәскәүҙә уның төрлө йылдарҙа ике томда «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа- аҡ болан» романдары донъя күрә. Яҙыусының әҫәрҙәре татар, рус телдәренә тәржемә ителде.  2019 йылда әҙиптең әҫәрҙәренең 12-се томы сыҡты.

    Ноғман Мусиндың 70 йәшенә ҡарата тыуған ауылы Ҡолғонала ижад йорто асылғайны. Был күркәм йортта бик күп экспонаттар, архив документтары, яҙыусының автографлы китаптары тупланған.

   Яҙыусы- ғаиләһендә хәстәрлекле, абруйлы атай, оҙаҡ йылдар ауырыуға дусар булған ҡатыны Фәһимә инәйгә оло терәк булды. Һуңғы йылдарҙа ҙур ҡайғылар кисерергә тура килде Ноғман Сөләймән улына: ғүмер юлын бергә үткән тормош иптәше, күп тә үтмәй оло ҡыҙы Фәрзәнәне юғалтыуы, бигерәк ауыр булғандыр... Нисек кенә булмаһын, ул төшөнкөлөккә бирелмәй, сафта ҡала. Кесе ҡыҙы Гөлшат, кейәүе Ринат менән бергә Өфөлә йәшәйҙәр. Уҡыусылар, студенттар менән осраша, гәзит- журнал биттәрендә лә йыш сығыш яһай мәшһүр яҙыусы.

 Ноғман Сөләймән улы Мусин- замана яҙыусыһы. Яҙыусы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнде,  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

  Ноғман Мусин бөгөн дә күңелендә романтик яҙыусы булып ҡала. Тыуған ере уға, кешеләргә ауыр ваҡыттарҙа йәшәргә көс биргән үҙе бер мөғжизә. Ул һаман да Зәңгәртауҙа аҡ болан йәшәүенә һәм шунда һөйөү тыуыуына, матур теләктәр менән яҡты киләсәккә өмөт барлығына ысын күңелдән ышанып йәшәй.

Урал Таһиров әҙерләне.

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Автор:
Читайте нас: